Эстәлеккә күсергә

Тәбиғи хоҡуҡ (юриспруденция)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәбиғи хоҡуҡ
Рәсем
Өлөшләтә тура килә принцип[d]
Ҡапма-ҡаршыһы позитивное право[d]
Боронғо грек тәбиғи хоҡуҡ тәғлимәтен тергеҙгән Урта быуат философы Фома Аквинский

Тәбиғи хоҡуҡ (лат. ius naturale) — кешенең әҙәм балаһына тейешле айырылмаҫ хоҡуҡтарға эйә икәнлегенә нигеҙләнгән хоҡуҡ философияһы һәм юриспруденция доктринаһы.

Тәбиғи хоҡуҡ хоҡуҡи (юридик) позитивизм доктринаһына ҡапма-ҡаршы ҡуйыла. Хоҡуҡи позитивизмда хоҡуҡ —закон рәүешен алған дәүләт ихтыяры, уны тик дәүләт кенә булдыра ала .Тәбиғи хоҡуҡ концепцияһы «хоҡуҡ» менән «закон» төшөнсәләрен айырып ҡарай[1]. Уға ярашлы, һәр бер кешенең юғары, даими хоҡуҡтары бар, улар аҡыл, ғәҙеллек, ҡиммәттәрҙең объектив тәртибен һәм Хоҙайҙың тәрән аҡылын кәүҙәләндерә.Улар барыһы ла дәүләт тарафынан билдәләнгән норма һәм принциптарға бәйле түгел һәм туранан-тура ғәмәлдә. Закон сығарыусы өсөн тәбиғи хоҡуҡ ориентир булырға тейеш, уға ынтылырға кәрәк[2]. Бынан ниндәй ҙә булһа дәүләттә тәбиғи хоҡуҡтары тапала икән халыҡтың баш күтәрергә хоҡуғы килеп сыға[3].

Тәбиғи хоҡуҡтарҙың берҙәм дөйөм танылған исемлеге юҡ: ул ваҡытҡа, урынға, шулай уҡ теге йәки был автор фекеренә бәйле рәүештә үҙгәрә ала — һәм йыш ҡына был теорияның кәмселеге тип атала. Элек-электән тәбиғи хоҡуҡ аҫтында, ғөмүмән, башка кешеләр һәм дәүләт тарафыннан көс ҡулланыуҙан яҡлау һәм үҙ шәхесенең ирекле эш итеү хоҡуғы аңлана. Хәҙерге ваҡытта тәбиғи хоҡуҡтарға, ғәҙәттә, күп кенә социаль-иҡтисади һәм сәйәси хоҡуҡтар ҙа, мәҫәлән, халыҡтың Конституция булдырыу хоҡуғы, сәйәси тормошта әүҙем ҡатнашыу, сәйәси партияларға берләшеү, хеҙмәткә һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡына хоҡуҡ, граждандарҙың суд һәм закон алдында тигеҙлеге инә.[4].

Тәбиғи хоҡуҡ концепцияһы боронғо (антик) заманда уҡ барлыҡҡа килә һәм ул саҡтан алып шаҡтай ҙур эволюция кисерә.Уның менән Платон, Аристотель, Гуго Гроций,Фома Аквинский, Томас Гоббс, Бенедикт Спиноза, Джон Локк, Шарль де Монтескьё, Жан-Жак Руссо һәм башҡа авторҙар исемдәре бәйле[5].

Тәбиғи хоҡуҡ идеялары XVII―XVIII быуаттаҙағы революциялар осоронда Көнбайыш Европа һәм АҠШ-та киң тарала. Тәбиғи хоҡуҡ идеялары яңырыу осоро Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң башлана һәм фашист һәм нацист режимдары ваҡытында төп хоҡуҡи идеология булған юридик позитивизмға ҡарата реакция була. Йәмғиәттә хоҡуҡтың асылына тәбиғи-хоҡуҡи ҡараштар полиция дәүләтенән (көс ҡулланыусы) хоҡуҡи дәүләткә күскән осорҙа әүҙемләшә тип иҫәпләнә[2].